7 декабрь, Шаршамбы

10 май 2016 йыл, 13:47

Өфөлә һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф учреждениеларының вакансиялар йәрминкәһе уҙа

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 12 майҙа Өфөләге мәшғүллек хеҙмәте һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, шулай уҡ финанс эшмәкәрлеге һәм социаль хеҙмәттәр күрһәтеү менән шөғөлләнгән учреждениеларҙың вакансиялар йәрминкәһен ойоштора.

Унда төрлө квалификациялы табиптар, шәфҡәт туташтары, администратор, водитель, тәрбиәсе, кредит буйынса консультант, менеджер, ашнаҡсы, эшсе, санитар, слесарь-сантехник, электр монтеры кеүек һөнәрҙәр тәҡдим ителә.

Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты: Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.