Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Был аҙнала төбәктә ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе һәм ҡырау төшөүе көтөлә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Был аҙнала Башҡортостанда һауа торошо тотороҡһоҙ буласаҡ, тип хәбәр иттеләр республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығында. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, йәшен йәшнәүе ихтимал.

10 майҙа төндә һәм көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +3,+8, көндөҙ +16,+21 градус.

11 майҙа ла ямғыр яуыуы ихтимал, төндә +2,+7, төньяҡ һәм таулы райондарҙа -3 градусҡаса, көндөҙ +14,+19.

12 майҙа бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, айырым райондарҙа йәшен йәшнәйәсәк. Ел көньяҡ-көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы төндә +3,+8, көнсығышта нулгә етәсәк, көндөҙ +17, +22 градус.

Башгидромет синоптиктары фаразлауынса, ял көндәрендә аяҙайтҡанда тупраҡта ҡырау төшөү ихтималлығы арта.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть