7 декабрь, Шаршамбы

10 май 2016 йыл, 12:00

Баш ҡалала Владимир Спиваковтың I Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы асылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Өфөлә Владимир Спиваковтың I Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы асылды. Музыка ярышына төрлө илдәрҙән 12 йәш ҡатнашыусы килде.

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова уларҙы Башҡортостан Башлығы һәм республиканың дүрт миллионлы халҡы исеменән сәләмләне. Ул конкурстың күренекле скрипкасы һәм дирижер Владимир Спиваковтың тыуған төйәгендә ойошторолоуын билдәләне. Бында «Владимир Спиваков саҡыра» халыҡ-ара фестивале уҙғарыла һәм уның ҡарамағында һәләтле балалар өсөн мәктәп асылған.

«Конкурсты ойоштороу башланғысын Башҡортостан Башлығы тәҡдим итте һәм Владимир Теодорович риза булды. Беҙ һеҙҙең видеояҙмаларығыҙҙы тыңланыҡ. Ҡатнашыусыларҙың кимәленә ҡарағанда, бәйгегә яҡшы старт бирелгән. Жюри ағзаларына иң яҡшыларҙан яҡшыларҙы һайлап алыу еңел булмаясаҡ», — тине министр.  

Сараны асыу сиктәрендә ҡатнашыусылар сығыш яһау өсөн йәрәбә һалды. Мәскәүҙән Мария Лундина конкурсты асыу хоҡуғын алды. Өфөнән Анастасия Мамяшева өсөнсө булып уйнай. Скрипкасылар парадын Швециянан Даниэль Лозакович тамамлай.

Халыҡ-ара жюри ағзаларының барыһы ла тиерлек Өфөлә, маэстро Владимир Спиваковтың килеүе көтөлә. Бөгөн йәш скрипкасылар өсөн бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәрестәре башлана, 10 һәм 11 майҙа — Рәсәй Милли филармония оркестры солистары, 13-дә һәм 14-дә жюри ағзалары үткәрә. Ойоштороусыһы — Өфө дәүләт сәнғәт институты. Өфө дәүләт сәнғәт институтында хәбәр итеүҙәренсә, халыҡ-ара кимәлдә танылған музыканттарҙың оҫталыҡ дәрестәрен бушлай ҡарарға мөмкин.