Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 50 меңдән ашыу кеше ҡатнашты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

9 майҙа Өфөлә «Үлемһеҙ полк» дөйөм Рәсәй акцияһы 50 меңдән ашыу кешене берләштерҙе. Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һалдаттарҙың фотоһүрәттәрен тотоп, Октябрь проспектынан үтте. Тамашасылар менән бергә сарала 51 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Өфөләге «Үлемһеҙ полк» колоннаһын Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының һәм Ҡораллы Көстәренең фашистик Германияны еңеү символы булған Еңеү байрағының күсермәһе етәкләне.

Рәсәйҙең дәүләт реликвияһы артынан сарала ҡатнашыусылар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының өс флагын, Өфө Үлемһеҙ полкы байрағын күтәреп үтте.

Алдан хәбәр ителгәнсә, тантаналы маршты Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтте. Бынан тыш, патриотик акцияла телеканал хәбәрселәре лә ҡатнашты, улар тура эфир барышында сарала ҡатнашыусылар менән аралашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть