3 декабрь, Шәмбе

10 май 2016 йыл, 9:51

Рөстәм Хәмитов Өфөләге Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды

фото: Олег Яровиков, Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 9 майҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөләге Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 71 йыллығына арналған тантанала ҡатнашты.

Республика Башлығы Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин һәйкәле янындағы Мәңгелек утҡа тере сәскәләр һалды. Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырағандан һуң төбәк етәксеһе Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Рөстәм Хәмитов һәм тантанала ҡатнашыусылар ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың ҡәберенә, Миңлеғәле Шайморатов һәм Таһир Кусимов һындарына, тыл хеҙмәтсәндәре һәйкәленә лә сәскәләр һалды.

Төбәк Башлығы тантаналы марш менән үткән Муса Гәрәев исемендәге Өфө дөйөм белем биреү башланғыс осоу әҙерлеге мәктәп-интернаты кадеттарын сәләмләне.

Паркта Рөстәм Хәмитов ветерандар һәм Өфө халҡы менән аралашты, улар республика Башлығына тыл хеҙмәтсәндәренә һәйкәл ҡуйыуҙа ярҙам иткән өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Ошо һәйкәлдә бөтә һөнәр эйәләрен дә күрһәтергә тырыштыҡ. Уны ҡуйыу идеяһы 20 йыл самаһы тикшерелде. Былтыр һәйкәлде асыуға ирештек. Һәйбәт килеп сыҡты, – тине Рөстәм Хәмитов.