8 декабрь, Кесе йома

06 май 2016 йыл, 17:45

Өфөлә Еңеү көнө байрам салюты менән тамамланасаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә Еңеү көнө байрам салюты менән тамамланасаҡ. Төп саралар 9 майҙа В.И.Ленин исемендәге майҙанда ойошторола. Иртәнге сәғәт 10-да Еңеү паркында Башҡортостан хәрби комиссариаты офицерҙары һәм тынлы оркестры, Өфөләге ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы М.Гәрәев исемендәге башланғыс осоу әҙерлеге мәктәп-интернаты кадеттары ҡатнашлығында Мәңгелек утҡа һәм Тыл эшсәндәре мемориалына сәскә һалыу тантанаһы була.

Иртәнге сәғәт 11-ҙә Октябрь проспекты буйлап «Үлемһеҙ полк» акцияһы үтә. Меңдәрсә кеше Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған туғандары һәм яҡындарының фотоһүрәттәрен тотоп сығасаҡ. Дим районында марш Хәҡиҡәт урамында ойошторола. Өфөлә хәтер акцияһы өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла. Быйыл 15 мең самаһы кешенең ҡатнашыуы көтөлә.

Киске сәғәт 7-лә Ҡала мәҙәниәт һарайының тынлы оркестры, «Мираҫ» фольклор ансамбле, шулай уҡ ҡаланың үҙешмәкәр йыр һәм бейеү коллективтары ҡатнашлығында концерт башлана. Йәш тамашасы театры «Әгәр беҙ һуғышты онотһаҡ, тағы һуғыш башланасаҡ…» исемле әҙәби-музыкаль композиция тәҡдим итә.

Байрам киске сәғәт 11-се яртыла Еңеү салюты менән тамамлана.

1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 71 йыллығына арналған саралар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт баш ҡала хакимиәтенең сайтында баҫылған.