3 декабрь, Шәмбе

06 май 2016 йыл, 16:39

Башҡортостандың ҡала һәм райондарында киномарафон дауам итә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Рәсәй киноһы йылына арналған республика марафоны Ҡариҙел районында дауам итте. «Башҡортостан» киностудияһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, унда ҡатнашыу өсөн Өфөнән Рәсәйҙең Рәссамдар союзы, Ҡаҙағстандың Кинематографистар союзы ағзаһы, режиссер, киностудияның ҡуйыусы рәссамы Айгөл Байрамғолова, Рәсәйҙең Кинематографистар союзы ағзаһы, режиссер Радик Килмәмәтов һәм кинооператор Азат Әхмәтов  килде. Кино төшөрөүселәр «Сәхнә оҫталығы», «Операторлыҡ сәнғәте», «Режиссура» һәм «Анимация» темалары буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

«Оҫталыҡ дәрестәренә кино сәнғәтен һөйөүселәр килде, — тип һөйләне Айгөл Байрамғолова. — Пластилин анимацияһы техникаһы буйынса бик күп һорауҙар бирҙеләр. Әлеге ваҡытта мин шуның буйынса эшләйем. Эш барышы, уның нескәлектәре менән ҡыҙыҡһындылар».  

Район Мәҙәниәт йорто фойеһында кино темаһына арналған китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо. Йола буйынса, Ҡариҙел районы вәкиленә «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән фильмдар яҙҙырылған дисктар тапшырылды. Сара сиктәрендә Айгөл Байрамғолованың «Урал менән Шүлгәндең мажаралары», Рим Шәрәфетдиновтың «Алдар менән һоро бүре» анимация фильмдары, Радик Килмәмәтовтың «Күңел йыры» документаль фильмы һәм Айнур Асҡаровтың «Пилорама» трагикомедияһы күрһәтелде.

12 майҙа киномарафон эстафетаһын Нуриман районы ҡабул итә.