8 декабрь, Кесе йома

06 май 2016 йыл, 14:41

Республикала «Урал аръяғы-2016» эшҡыуарлыҡ форумы уҙғарыла

фото: Башҡортостан Хөкүмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 10-11 июндә Сибайҙа һәм Әбйәлил районында «Урал аръяғы-2016. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ — идеянан алып тормошҡа ашырғанға тиклем» тип аталған эшҡыуарлыҡ форумы ойошторола. Форумды үткәреү планы һәм эшсе төркөмдөң составы республика Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған.

Башҡортостан Хөкүмәте сайтында билдәләнеүенсә, форумда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү проблемалары һәм юлдары, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы саралары хаҡында һөйләшеү, шулай уҡ халыҡтың мәшғүллеген арттырыу өсөн яңы предприятиелар булдырыу мәсьәләләрен тикшереү күҙаллана.

«Урал аръяғы-2016» эшҡыуарлыҡ форумы эшендә яҡынса 250 делегаттың ҡатнашыуы көтөлә. Улар иҫәбендә федераль һәм төбәк власть органдары, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам һәм уны үҫтереү институттары, илдең төп бизнес структуралары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре бар.

Сараның программаһында пленар ултырыш, экспозиция, тематик түңәрәк өҫтәлдәр, «Яҡтыкүл» шифахана-курорт зонаһында һабантуй үткәреү ҡаралған.