5 декабрь, Дүшәмбе

06 май 2016 йыл, 14:05

Төбәктә меңдән ашыу кеше талпандан зыян күргән

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда талпандан тешләнгән 1427 кеше, шул иҫәптән 461 бала медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән, тип хәбәр итә Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы. Дауаханаға килгәндәрҙең 35 проценттан ашыуына, шул иҫәптән балаларҙың 85 процентына иммуноглобулин профилактикаһы үткәрелгән.

Апрель башынан тикшерелгән 1014 бөжәктең 64-е — талпан энцефалиты вирусы, 30-ы боррелиоз менән зарарланған.

Белгестәр әйтеүенсә, төбәктә йәшәүселәр араһында талпан энцефалиты һәм боррелиоз менән сирләү осраҡтары теркәлмәгән.