3 декабрь, Шәмбе

06 май 2016 йыл, 12:51

Башҡортостанда иртә яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға яҡынлаша

фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда иртә яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға яҡынлаша. Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, майҙандарҙың 98 процентында дым ҡаплатылған, ужым культураларын (93 процент) һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе (71 процент) өҫтәмә туҡландырыу тамамланған.  

Бөтә ерҙә лә яҙғы сәсеү эштәре бара. Әлегә сәсеү планлаштырылған майҙандарҙың сирек өлөшөндә, йәғни 0,5 миллион гектарҙан ашыу ерҙә башҡарылған.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығында үткән селектор кәңәшмәһендә билдәләүҙәренсә, ҡайһы бер райондарҙа яуған ҡойма ямғырҙар баҫыу эштәренә үҙ өлөшөн индерҙе, шуға күрә һуңғы көндәрҙә көндәлек үҫеш ике проценттан артмай.

Һауа торошо яҡшырыу менән аграрийҙар алдына ошо күрһәткесте алты процентҡа еткереү бурысы ҡуйылған. Сәсеү кампанияһын тиҙ арала тамамларға кәрәк, сөнки яҡын көндәрҙә төбәктә тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә.  

«Урыны менән ямғыр яуасаҡ. Шуға күрә тәүлек әйләнәһенә эшләү тәртибен ойоштороғоҙ, бөтә көстө сәсеүгә йүнәлтегеҙ. Эштәр оптималь ваҡытта тамамланырға, сәсеү планы 100 процентҡа үтәлергә тейеш», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ултырышта республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко.

Планға ярашлы, көньяҡ һәм Урал алды урман-дала райондарында иртә яҙғы иген культураларын сәсеү — 15 майға, башҡа райондарҙа 20 майға тиклем тамамланырға тейеш.