8 декабрь, Кесе йома

06 май 2016 йыл, 11:46

Юрий Шевчук тураһында пьесаның авторы «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнде

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Ағиҙел» әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-сәйәси журналының баш мөхәррире итеп танылған яҙыусы, драматург һәм журналист Рәлиф Кинйәбаев тәғәйенләнде.

Рәлиф Мөстәҡим улы Кинйәбаев 1957 йылда Башҡортостандың Стәрлебаш районында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлаған. 1980-1981 йылдарҙа Күгәрсен районының Теләүембәт урта мәктәбе директоры урынбаҫары булып эшләй, 1981-1985 йылдарҙа Стәрлебаш районының Ҡалҡаш урта мәктәбен етәкләй. 1985 йылдан алып журналистика эшенә күсә. 1985-1986 йылдарҙа — «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһының үҙ хәбәрсеһе, 1999-2011 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитенең директоры — баш мөхәррире була. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре».

Бер нисә китап һәм 20 пьеса авторы. «Миңә атай табығыҙ» (1997), «Гүргә инер сер ине» (1998), «Ә Торатау һаман тора» (2005) — Стәрлетамаҡ драма театрында, «Айғырыңды үтескә бир» (2002), «Их, Байтимер дуҫ» (2003), «Әбейүшкә@тущка.ru» (2014) — М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында, «Гүргә инер сер ине» (2001) — «Hyp» татар театрында, «Их, Байтимер дуҫ» (2004) һәм «Гүргә инер сер ине» (2003) спектаклдәре Сибай драма театрында ҡуйылды.

2015 йылда Рәлиф Кинйәбаев билдәле рок-музыкант, легендар «ДДТ» төркөмөнөң лидеры, яҡташыбыҙ Юрий Шевчук хаҡында «Беҙ — мәңгелек балалары, йәки Фаина Шевчук һөйләй» исемле пьеса яҙҙы. Автор әйтеүенсә, әле Өфөлә пьесаны сәхнәләштереү мәсьәләһе тикшерелә.