11 декабрь, Йәкшәмбе

06 май 2016 йыл, 11:04

Республикала 60 565 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Бер йыл эсендә төбәктә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының һаны 69 меңдән 60,5 мең кешегә тиклем кәмегән. Һуғышта ҡатнашыусылар һәм инвалидтар меңгә аҙайған. Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ошондай статистика мәғлүмәттәрен килтерә.

Бөгөн республикала 60 565 Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм һуғышта ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары иҫәпләнә. Был категорияға Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтар (3131 кеше), «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнеүселәр (137), тыл хеҙмәтсәндәре (39 964), элекке концлагерҙарҙың бәлиғ булмаған тотҡондары (150), һәләк (вафат) булған һуғыш инвалидтарының һәм ветерандарының ғаилә ағзалары (17 183) ҡарай.