5 декабрь, Дүшәмбе

06 май 2016 йыл, 10:12

2017 йылда Континенталь хоккей лигаһының Йондоҙҙар матчын Өфөлә уҙғарыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 5 майҙа Өфөләге Конгресс-холда «Хоккей беҙҙең йөрәктәрҙә» спорт байрамы сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте, Континенталь хоккей лигаһы һәм «Салауат Юлаев» хоккей клубы араһында 2017 йылда Континенталь хоккей лигаһының Йондоҙҙар матчын Өфөлә уҙғарыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Документҡа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Континенталь хоккей лигаһы президенты Дмитрий Чернышенко һәм «Салауат Юлаев» хоккей клубының генераль директоры Валерий Нургутдинов ҡул ҡуйҙы.

Республикала хоккейға ҙур иғтибар бирелә, тип билдәләне Дмитрий Чернышенко. «Салауат Юлаев»тың Континенталь хоккей лигаһында бронза, «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар командаһының Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы чемпионатында көмөш миҙал яулауҙары һәм «Таусы»ның (Учалы) Йәштәр хоккей лигаһы беренселегендә еңеүе быға миҫал булып тора.

– Республикағыҙҙа хоккей менән шөғөлләнеү өсөн яҡшы шарттар булдырылыуы бына шундай ҡаҙаныштарға килтерҙе. Төбәк һәм ҡала етәкселегенең сәйәсәте сәләмәт йәшәү рәүешенә генә түгел, беҙҙең яратҡан спорт төрө – хоккейҙы үҫтереүгә лә йүнәлтелгән, – тине Континенталь хоккей лигаһы президенты. – Шуға күрә киләһе миҙгелдең иң ҙур ваҡиғаһы – Континенталь хоккей лигаһының Йондоҙҙар матчы тап Өфөлә үтһен өсөн күп кандидаттар араһынан һайлап алыу еңел булды.  

– Беҙ – хоккей республикаһы. Был йәһәттән яҡшы уңыштарыбыҙ бар. Башҡорт хоккейы һәр саҡ көслө, ҡеүәтле, ҡыҙыҡлы буласаҡ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Йондоҙҙар матчы 2017 йылдың ғинуарында Өфөлә уҙа.

Йыл һайын КХЛ чемпионатында сығыш яһаған һәм көйәрмәндәр, журналистар һәм лига етәкселеге тарафынан һайланған иң яҡшы уйынсылар ҡатнашлығында Континенталь хоккей лигаһының Йондоҙҙар матчы ойошторола. Туғыҙынсы Йондоҙҙар матчын 2017 йылдың ғинуар айында «Өфө-Арена» спорт аренаһында үткәреү күҙаллана.

Астана, Владивосток, Тольятти ҡалаларынан килгән ғаризаларҙы, КХЛ-дың рәсми сайтында көйәрмәндәрҙең тауыш биреү һөҙөмтәләрен ҡарағандан һуң, Өфөгә Континенталь хоккей лигаһының Йондоҙҙар матчын уҙғарыу хоҡуғы биреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.