5 декабрь, Дүшәмбе

05 май 2016 йыл, 17:28

Ҡырым башҡорттары Ялтала халыҡтар дуҫлығы фестивалендә сығыш яһаны

фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Ҡырым башҡорттары «Ялта — дуҫлыҡ яры» фестивалендә ҡатнашты. Ялта ҡалаһындағы «Иҙел-Урал» башҡорт мәҙәниәте үҙәге ағзалары рәйес Даларис Имелбаев етәкселегендә милли кейемдәрҙә сығыш яһаны, тип хәбәр итә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте.

Байрамда «Халыҡтар дуҫлығы» концерт программаһы тәҡдим ителде, унда уның исеме фестиваль тарихында тәүге тапҡыр Ҡырымда йәшәгән 25-тән ашыу халыҡ телендә яңғыраны. Ҡатнашыусылар рус, украин, татар, грузин, йәһүд, әрмән һәм башҡорт телдәрендә йырҙар башҡарҙы. Башҡорт телендә «Тыуған яҡ» композицияһын Белогорск ҡалаһының «Лилиә» ансамбле ишеттерҙе.

«Ялта — дуҫлыҡ яры» фестивале Ҡырымда унынсы тапҡыр ойошторола. Быйыл сарала ярымутрауҙағы милли ойошмаларҙың һәм фольклор коллективтарының 500-ҙән ашыу вәкиле ҡатнашты. Ойоштороусылар билдәләүенсә, байрам Ҡырым ярымутрауында йәшәгән 125 милләт һәм халыҡтарҙың берҙәмлеген сағылдыра.

Фестиваль программаһында конкурстар, күргәҙмәләр, концерттар ҡаралғайны. Фольклор коллективтары, милли аш-һыу, кәсептәр тәҡдим ителде. Фестиваль сиктәрендә төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.