8 декабрь, Кесе йома

05 май 2016 йыл, 16:26

Өфөлә һуғыш ветерандары өсөн электр транспортында бушлай йөрөү ойошторолған

фото: Муниципаль электр транспорты идаралығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтар, шулай уҡ оҙатып йөрөүсе кеше өсөн электр транспортында бушлай йөрөү ойошторолған. Тейешле ҡарар баш ҡала хакимиәтенең сайтында баҫылған.

Акция ошо йылдың 1 майынан 10-на тиклем ғәмәлдә була. Бының өсөн ветеранға таныҡлығын күрһәтеү ҙә етә.

Алдан хәбәр ителгәнсә, 3 майҙан 10-на тиклем Рәсәй тимер юлдары һуғышта ҡатнашыусыларға һәм инвалидтарға, шулай уҡ оҙатыусыға алыҫ араға йөрөүсе поездарҙа бушлай йөрөү хоҡуғын бирҙе. 9 майҙа Октябрьский ҡалаһындағы өс такси хеҙмәтенең 200-ҙән ашыу автомобиле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын бушлай йөрөтәсәк.