Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Йыл башынан 156 өфөлө эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен өйрәнгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Йыл башынан 156 өфөлө эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге нигеҙҙәре буйынса бушлай курстарҙы тамамлаған. Бындай курстарҙы Өфө ҡалаһының үҫеш һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү фонды менән берлектә баш ҡалалағы Халыҡ мәшғүллеге үҙәге даими ойоштора.

Өфөләге мәшғүллек үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, 156 кешенең 37-һе — рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙҙәр. Курсҡа йөрөүселәрҙең күбеһе юғары һөнәри белемгә эйә. Шуның менән бергә уларҙың 94-е — ҡатын-ҡыҙҙар.

5-16 сентябрҙә һәм 7-18 ноябрҙә Өфөлә йәнә бушлай курстар үткәреү күҙаллана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть