10 декабрь, Шәмбе

05 май 2016 йыл, 15:26

Баш ҡала студенттарының стипендияһы бер нисә тапҡырға арттырылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған Өфө студенттарының стипендияһы бер нисә тапҡырға арттырылды. Тейешле ҡарар баш ҡала хакимиәтенең сайтында баҫылған.

Өфө хакимиәте башлығы стипендияһы ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етем студенттарға бирелә.

Документтан күренеүенсә, юғары уҡыу йорттарында уҡыған стипендиаттар ай һайын 600 һум урынына ике мең һум аласаҡ. Урта звено белгестәрен әҙерләү программалары буйынса белем алған студенттар өсөн айлыҡ түләү 1,5 мең һум тәшкил итә (быға тиклем 500). Квалификациялы эшселәр һәм хеҙмәткәрҙәр әҙерләү программалары буйынса уҡыусылар 400 һум урынына мең һум аласаҡ.

Яңылыҡтар республиканың баш ҡалаһында урынлашҡан уҡыу йорттарына ҡағыла.