4 декабрь, Йәкшәмбе

05 май 2016 йыл, 14:57

Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 5 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш менән осрашты. Өфөнөң 2019 йылда Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын үткәреүгә кандидат булараҡ әҙерлеге тикшерелде.

– Халыҡ-ара балалар уйындары беҙгә абруй йәки PR-кампания өсөн түгел, ә йәш быуынды спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү өсөн кәрәк. Бынан сығып, беҙ 2019 йылда Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындарын уҙғарыу мөмкинлеген ҡарайбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.

2013 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында үткән VI Ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡала юғары кимәлдә ойошторҙо, тип билдәләне Торстен Раш.

– Бөгөн Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул итергә әҙер ҡаланы табыуы еңел түгел, сөнки унда ҡатнашыусылар ике тапҡырға күберәк, финанс йәһәтенән дә ҙур һорауҙар бар. Өфө кеүек ышаныслы партнерҙарыбыҙ булыуына бик шатбыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Торстен Раш. – Һеҙҙең базағыҙ ныҡлы, ошо уйындарҙы үткәреүгә әҙер булыуығыҙға ышанам.

Осрашыуҙа шулай уҡ комитеттың генераль секретары Ричард Смит ҡатнашты. Торстен Раш менән бергә улар Өфөлә ярыштарҙы уҙғарыу өсөн йәлеп итергә мөмкин булған спорт һәм инфраструктура объекттарын ҡарай.

2016 йылдың июлендә Нью-Тайбэй ҡалаһында (Тайвань) 50-се Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары сиктәрендә 2019 йылда 53-сө Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын уҙғарыуға кандидат булараҡ Өфө менән таныштырыу сараһы үтә.

Унан алдараҡ Башҡортостандың баш ҡалаһы VI Ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул иткәйне. Ярыштарҙа 20 илдең 60 ҡалаһынан йыйылма командалар ҡатнашты. Спортсылар ете спорт төрө: тау саңғыһы, хоккей, фигуралы шыуыу, шорт-трек, сноубординг, спорт ориентиры һәм саңғы уҙышы буйынса 170-кә яҡын миҙал уйнатты. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Өфө командаһы 16 миҙал яуланы һәм беренсе урынға лайыҡ булды.