Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре уҙғарыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

11 майҙан 29-на тиклем Башҡортостан ҡала һәм райондарында Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре уҙа. Республика Хөкүмәтенең тейешле бойороғо рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Программала түңәрәк өҫтәлдәр, акциялар, фольклор байрамдары, хор концерттары, күргәҙмәләр, китап марафоны ойоштороу ҡаралған.

11 майҙа Краснокама районының Николо-Берёзовка ауылында «Кирилл һәм Мефодий» тип аталған түңәрәк өҫтәл, 21-дә шунда уҡ «Яҙғы Никола» республика фольклор байрамы уҙа.

24 майҙа Өфөләге «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республикала Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәрен байрам итеүгә арналған концерт була. Ошо уҡ көндә Бәләбәй районында «От глиняной таблички до печатного станка» байрамын үткәреү күҙаллана.

29 майҙа Өфө районының «Ҡыҙыл Яр» рус тарихи-мәҙәни үҙәге XXV боронғо рус йыры республика фольклор байрамында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть