5 декабрь, Дүшәмбе

05 май 2016 йыл, 12:33

Германияла «Мы и есть диалог» исемле берлектәге документаль фильмдың исем туйы үтте

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Германияның Штутгарт ҡалаһында «Мы и есть диалог» исемле берлектәге документаль фильмдың исем туйы булды. Башҡортостан юлдаш телеканалының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, сарала фильм авторҙары, ҡатнашыусылар, «Рәсәй менән Германия араһында дуҫлыҡ күпере» ойошмаһы ағзалары ҡатнашты. Фильмды төшөргән ваҡытта мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә дәүләттәр һәм халыҡтар араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу, дөйөм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм популярлаштырыу буйынса ҙур эш башҡарылды, тип билдәләнде унда.

Фильмда Рәсәй-Германия осрашыуҙарының реаль тарихы, ике ил халыҡтары араһындағы диалогтар күрһәтелгән. Улар Баден-Вюртемберг һәм Башҡортостан кешеләре араһында ижтимағи-гражданлыҡ хеҙмәттәшлектең ысын тарихы булып тора. Ижади төркөмдә ике илдең дә вәкилдәре бар: проекттың режиссеры — Дитер Циммерман, операторы — Илдар Насретдинов, продюсеры — Дилара Зарипова, проект етәксеһе — Ғәлим Яҡупов. 2015 йылдың декабрендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында һигеҙ йыл дауамында төшөрөлгән «Мы и есть диалог» исемле документаль фильмдың исем туйы уҙҙы.

Рәсәй менән Германия араһында тығыҙ мәҙәни һәм дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған «Европа контексында профессиональ компетенциялар» халыҡ-ара мәҙәни-мәғариф проекты туғыҙ йыл тормошҡа ашырыла. Ошо проекттарҙың координаторҙары һәм ҡатнашыусылары Башҡортостан менән Германия араһында мәҙәни бәйләнештең нығыныуына булышлыҡ итә.

темалар: кино