Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Ҡазанда бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан ирекмәндәре республика менән таныштыра

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан ирекмәндәре бөгөн Ҡазанда асыласаҡ «i.Pro» I Бөтә Рәсәй туристик ирекмәндәр форумында республика менән таныштыра.

Форумдың маҡсаты — илдә туризм өлкәһендә ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү. Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, «i.Pro» ирекмәндәргә эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү йәһәтенән кәрәкле белем алыу өсөн һәйбәт майҙансыҡ буласаҡ.

Башҡортостан Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, сарала илдең төрлө төбәктәренән 200-ҙән ашыу волонтер ҡатнаша. Ҡатнашыусылар алдында үҙ төбәгенең туристик ҡеүәте менән таныштырыу, шулай уҡ туристик ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү өлкәһендә мөһим мәсьәләләрҙе тикшереү бурысы тора.

«i.Pro» форумы 8 майға тиклем эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть