4 декабрь, Йәкшәмбе

05 май 2016 йыл, 11:21

Өфөлә Симфония төнөндә ҡатнашасаҡ сит ил музыканттарының исеме билдәле булды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө амфитеатрында үтәсәк Симфония төнөндә республиканан ғына түгел, сит илдәрҙән дә музыканттар ҡатнаша. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, улар Ҡытай Халыҡ Республикаһы вәкилдәре — скрипкасы Чижиан Кайминь һәм вокалист-тенор Лу Яо.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, тәүге бүлектә тыңлаусыларҙы кларнетсылар Артур Нәзиуллин һәм Руслан Вәлиев, флейтасылар Инна Фоменко һәм Андрей Позяк, виолончелдә уйнаусылар Рөстәм Хәмиҙуллин һәм Аяз Нухов, скрипкасы Александр Маломожнов, арфасы Гөлназ Абдуллина, йырсылар Руслан Сәйфетдинов, Гөлнара Вәлиева, Любовь Буторина, Артур Ҡәйепҡолов үҙҙәренең сығыштары менән шатландырасаҡ. Кис буйына сәхнәлә Йәштәр симфоник оркестры уйнаясаҡ. Дирижеры — Линар Дәүләтбаев.

Икенсе бүлектә Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары һәм уны тамамлаусыларҙың популяр музыкаль коллективтары — «Балалайка-бэнд» инструменталь ансамбле һәм «Премьер» вокаль төркөмө сығыш яһай. Халыҡ музыкаһы, кинофильмдарҙан һәм һуғыш йылдары йырҙары яңғыраясаҡ. Солистка — Алена Завьялова. Концерттың өсөнсө бүлеге — Йәштәр симфоник оркестрының арт-проекты. Уны «Splash» барабан шоуы һәм «Ятаған» этно-төркөмө менән берлектә композитор Шәүрә Сәғитова һәм дирижер Линар Дәүләтбаев ижад иткән.

Быйыл концерт программаһына композиторҙар Сергей Прокофьевтың тыуыуына — 125 һәм Заһир Исмәғилевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы уларҙың әҫәрҙәре, шулай уҡ Рәсәй киноһы йылы уңайынан кинофильмдарҙан музыка ингән. Концерт Петр Чайковскийҙың Славян маршы һәм байрам фейерверкы менән тамамлана.

Симфония төнө 25 майҙа Өфө амфитеатрында уҙа. Быйыл асыҡ һауалағы концерт «Евразия йөрәге» — «Heart of Eurasia» халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә ойошторола. Проект Рәсәйҙең, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлыҡтары ярҙамында тормошҡа ашырыла.

темалар: симфония төнө