Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.22 ↑

EUR 69.26 ↑

22 сентябрь, Йома

Уфа   °

Төбәктә «Башагро» интернет-проектын ғәмәлгә ашырыу башлана

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда «Башагро» сауҙа майҙансығын үҫтереү буйынса берлектәге проектты ғәмәлгә ашырыу башлана. Проект Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм «Берҙәм электрон сауҙа майҙансығы» акционерҙар йәмғиәте ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ.

Эксперттар һүҙҙәренсә, яңы сауҙа майҙансығы етештереүсе һәм һатып алыусы араһында тура бәйләнеш булдырырға мөмкинлек бирәсәк.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, теләгән һәр кем ошо ресурста бушлай теркәлә һәм эш башлай ала. Ресурстың мөмкинлектәре менән бында танышырға мөмкин.

Майҙың икенсе яртыһында «БашАгро» майҙансығында эш башларға теләүселәр өсөн өйрәтеүсе семинар уҙғарыу күҙаллана.

Тәү сиратта «БашАгро» майҙансығы — продукцияны аралашсыһыҙ һатыуҙың ышаныслы каналы, һатып алыусыларҙың күплеге, продукцияны төбәк етештереүселәренән туранан-тура һатып алыу, тауар һәм етештереүсе тураһында тулы мәғлүмәт.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть