Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

«Аҡ тирмә» үҙәге Мәскәүҙә хәйриә фестивалендә башҡорт мәҙәниәте менән таныштыра

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Мәскәүҙәге «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге «Бөтә ғаилә менән. Халыҡтар дуҫлығы» IV хәйриә фестивалендә башҡорт мәҙәниәте менән таныштыра. Был хаҡта үҙәктең етәксеһе Гөлсинә Батыршина хәбәр итте.

Фестивалдә төрлө халыҡтарҙың милли мәҙәниәте күрһәтелә. 6 майҙа «Халыҡтар дуҫлығы. 15 республика — 15 туған» девизы аҫтында байрам концерты ойошторола. Һәр ҡатнашыусы үҙ халҡының фольклоры, ғөрөф-ғәҙәттәре, йыр-бейеүҙәре менән таныштыра. Сарала төрлө халыҡтарҙың һәм милләттәрҙең аш-һыуын тәмләп ҡарарға мөмкин. «Эшлекле Рәсәй» йәмәғәт ойошмаһынан ҡотлау менән Миссис Рәсәй-2015 Светлана Гагарина сығыш яһай. Федерация Советы ағзаһы Валентина Петренконың ҡотлауы уҡып ишеттереләсәк. «Бөтә ғаилә менән. Халыҡтар дуҫлығы» хәйриә фестивален уҙғарыу барышында йыйылған аҡса ампутация яһалған кешеләр өсөн реабилитация бүлегенә ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтелә.

Мәскәүҙәге «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге — «Ашҡаҙар таңдары» республика башҡорт фольклоры фестивале лауреаты, Латвияла «Вентспилс гөлләмәһе» халыҡ-ара фольклор фестивале, «Мәскәү халыҡтары», «Хорҙар алышы» бөтә Рәсәй конкурсы, «Ике телдә йырлайбыҙ» милләт-ара йыр конкурсы, «Этнодонъя» этнографик парк-музейында «Науруз-2016» дипломанты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть