4 декабрь, Йәкшәмбе

04 май 2016 йыл, 16:24

Республика музейҙары «Музейҙар төнө» акцияһына әҙерләнә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 21 майҙан 22-нә ҡарай төндә күптән көтөлгән мәҙәни ваҡиға — «Музейҙар төнө-2016» акцияһы уҙа. Башҡортостандың 100-ҙән ашыу дәүләт, муниципаль, ведомство һәм шәхси музейҙары үҙ ишектәрен асасаҡ. Ғәҙәти акция Рәсәй киноһы йылына арнала.

Был кистә республика музейҙары 300-ҙән ашыу сара: яңы күргәҙмәләр, интерактив экскурсиялар, уйын программалары, әҙәби-музыкаль кисәләр, театрлаштырылған тамашалар, оҫталыҡ дәрестәре, кинолекторийҙар тәҡдим итә. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, киске сәғәт 6-нан төнгө 12-гә тиклем Өфөләге 13 майҙансыҡта «Музейҙар төнө» уҙа. Башҡортостандың Милли музейы, М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы, С.Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейы, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы, республика Хәрби Дан музейы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы һәм башҡа музейҙар баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын көтөп ҡала. Шулай уҡ «Башҡортостан» сауҙа үҙәгендә өс майҙансыҡ — «Интеллектус» музейы, «Урман вәкиллеге» зоопаркы, Политехник музейҙың «Алиса Фәндәр илендә» интерактив күргәҙмәһе эшләй.

Йыл һайын Халыҡ-ара музейҙар көнө уңайынан «Музейҙар төнө» акцияһы ойошторола. Республика музейҙары алтынсы йыл рәттән халыҡ-ара акцияла ҡатнаша.

темалар: музейҙар төнө