4 декабрь, Йәкшәмбе

04 май 2016 йыл, 15:29

Рөстәм Хәмитов: «Бер кем дә шифаханаларҙы шәхси ҡулдарға бирергә йыйынмай»

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Республика милкендәге шифаханаларҙы хосусилаштырыу күҙ уңында тотолмай, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов. Һүҙ һауыҡтырыу учреждениелары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күтәреү маҡсатында идара итеү формаһын алмаштырыу хаҡында бара.

– Һуңғы ваҡытта шифахана-курорт учреждениеларын хосусилаштырыу буйынса хаттар байтаҡ. Ошо йәһәттән бер ниндәй ҙә күләмле хосусилаштырыу күҙ уңында тотолмай. Беҙ идара итеүҙә формаларҙы үҙгәртеү вариантын ғына ҡарайбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Эш шунда: бөгөн шифаханалар асыҡтан-асыҡ эшләмәй. Халыҡҡа юлламаларҙың хаҡын арзанайтыу, шул уҡ ваҡытта ситтән килеүселәр менән ғәҙел эшләү өсөн акционерҙар йәмғиәте булдырыу аша ресурстар йәлеп итә аласаҡбыҙ.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, «Янғантау» шифаханаһында ял итеүселәрҙең 15-20 проценты ғына Башҡортостан халҡы. Ҡалғандары – Силәбе, Свердловск, Төмән өлкәләрендә, Татарстанда һәм башҡа субъекттарҙа йәшәүселәр.

– Бер кем дә шифаханаларҙы шәхси ҡулдарға бирергә йыйынмай. Һүҙ идара итеү формаһын алмаштырыу хаҡында ғына бара, – тине Рөстәм Хәмитов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан 2016-2017 йылдарҙа дәүләт милкен хосусилаштырыу планына үҙгәрештәр индерелде. Документҡа ярашлы, ошо осорҙа хосусилаштырыу планлаштырылған республика дәүләт унитар предприятиелары исемлегенә туғыҙ шифахана һәм һауыҡтырыу лагеры ингән.