10 декабрь, Шәмбе

04 май 2016 йыл, 13:06

Мельдоний менән бәйле хәлдә биатлонсы Эдуард Латиповтың исеме аҡланды

фото: www.biathlonrus.com

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Халыҡ-ара биатлонсылар союзы допингҡа ҡаршы төркөмдөң Рәсәй спортсыһы Эдуард Латиповтан ярыштарҙан ваҡытлыса сикләүҙе алыу тураһында ҡарарын баҫтырып сығарҙы. Был хаҡта «Весь спорт» агентлығы хәбәр итә.

14 февралдә Словенияла Башҡортостан биатлонсыһы Латиповҡа үткәрелгән допинг тикшереүе мельдонийға ыңғай һөҙөмтә бирҙе. 1 ғинуарҙан ул тыйылған препараттар исемлегенә ингән. Бөтә донъя допингка ҡаршы агентлығының 1 мартҡа тиклем тикшереүҙә мельдоний булыу мөмкинлеге тураһында белдереүенән һуң, Халыҡ-ара биатлонсылар союзы атлеттан ваҡытлыса сикләүҙе алыу тураһында ҡарар ҡабул итте.

Унан алдараҡ ике Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе — шорт-трексы Семен Елистратовтан һәм еңел атлет Гөлназ Фазлетдинованан дисквалификация алынды.