9 декабрь, Йома

04 май 2016 йыл, 12:17

Башҡортостан Башлығы үҙенең килеме тураһында мәғлүмәт бирҙе

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ғаиләһенең уҙған йылдағы килеме тураһында мәғлүмәт бирҙе. Тейешле мәғлүмәт төбәк етәксеһенең сайтында баҫылған. 2015 йылда республика Башлығы 7,64 миллион һум аҡса эшләгән. 2014 йылда уның килеме 43,2 мең һумға күберәк булған. Гөлшат Хәмитованың килеме 2014 йылда 0,5 миллионға ҡарата 15 мең һум тәшкил иткән. Ғаилә башлығының исеменә — майҙаны 3699 квадрат метрлыҡ баҡса участкаһы һәм дөйөм майҙаны 25,7 квадрат метр булған йорт, уның ҡатынына майҙаны 120,5 квадрат метрлыҡ фатир теркәлгән. Былтырғы кеүек үк, Хәмитовтар дәүләт дачаһы (444,8 квадрат метр) һәм дәүләт фатиры (79,9 квадрат метр) менән файҙаланыуын дауам итә.

темалар: бр башлығы