4 декабрь, Йәкшәмбе

04 май 2016 йыл, 11:53

Был аҙнала синоптиктар төбәктә көндәрҙең йылы тороуын, ямғыр яуыуын һәм йәшен йәшнәүен фаразлай

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала республикала һауа торошо тотороҡһоҙ буласаҡ, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ. Аҙна уртаһында республиканың күп кенә райондарында ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Һауа температураһының нормаға яҡын булыуы көтөлә.

4 майҙа көндөҙ 13-18 градус йылы буласаҡ. Айырым райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғырҙар үтәсәк.

5 һәм 6 майҙа төндә 8 градусҡаса йылы, көндөҙ температура +15-20 градусҡа тиклем етәсәк. Шулай уҡ ямғыр яуыуы ихтимал, ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.

Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, майҙың тәүге декадаһында төбәктә уртаса һауа температураһының күп йыллыҡ күрһәткестәргә яҡын булыуы көтөлә.