8 декабрь, Кесе йома

04 май 2016 йыл, 11:20

Республика викимедиясылары фотографтарҙы «Вики ерҙе ярата 2016» конкурсында ҡатнашырға саҡыра

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Башҡортостан викимедиясылары фотографтарҙы «Вики ерҙе ярата 2016» халыҡ-ара фотоконкурсында ҡатнашырға саҡыра. Бының өсөн республикалағы тәбиғәт ҡомартҡыларының исемлеген табып, фотоға төшөрөргә һәм уларҙы исемлектәге һылтанмалар буйынса халыҡ-ара Wikimedia Commons аудио-, видео-, фотофайлдар һаҡлағысына ҡуйырға кәрәк. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нуриев хәбәр итте. Бәйге ағымдағы йылдың 31 майына тиклем бара.

Конкурстың Рәсәй этабында уң еңеүсе билдәләнә. Иң яҡшы ун фотоһүрәт авторҙары халыҡ-ара этапта ҡатнаша.

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге ваҡытта халыҡ-ара һаҡлағыста республикабыҙҙың сифатлы фотоһүрәттәре бик аҙ. Тәбиғәт ҡомартҡыларының һүрәттәре юҡ тиерлек, шуға күрә төрлө тел бүлектәрендә һәйбәт мәҡәләләр яҙыу мөмкин түгел. Беҙ, Башҡортостан викимедиясылары, профессионалдарҙы һәм һәүәҫкәрҙәрҙе халыҡ-ара фотоконкурсҡа ҡушылырға саҡырабыҙ. Шуның менән һеҙ республика брендын донъяуи мәғлүмәт киңлегенә сығарыуға өлөш индерәсәкһегеҙ», — тип билдәләне Рөстәм Нуриев.