10 декабрь, Шәмбе

04 май 2016 йыл, 10:07

Рөстәм Хәмитов: «Санкцияларҙың кире эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн бөтә мөмкинлектәребеҙ ҙә бар»

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Италияның Il Sole 24 Ore радиостанцияһына биргән интервьюһында Европа илдәре менән эшлекле хеҙмәттәшлекте төбәк-ара кимәлдә үҫтереү Рәсәйгә, Евросоюзға ҡарата иғлан ителгән санкцияларҙың эҙемтәләрен йомшартырға булышлыҡ итәсәге хаҡында белдерҙе.

– Һис һүҙһеҙ, Рәсәй өсөн Италия – туғандаш ил. Беҙ эшҡыуарлыҡты, эшлекле мөнәсәбәттәрҙе үҫтерергә теләйбеҙ. Беҙ хеҙмәттәшлеккә әҙер. Бөгөн илебеҙгә, шулай уҡ Рәсәйҙең Евросоюз илдәренә ҡарата иғлан ителгән санкцияларҙың кире эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн бөтә мөмкинлектәребеҙ ҙә бар, – тине Рөстәм Хәмитов. – Эшлекле хеҙмәттәшлекте үҫтереү ошо санкцияларҙың йоғонтоһон кәметә алыр ине.

Уның һүҙҙәренсә, берлектәге предприятиелар асыу килеп тыуған хәлде көйләү ысулдарының береһе булыуы ихтимал.

– Италия эшҡыуарлығының Рәсәйҙә яңы производстволар булдырыу йәһәтенән эш алып барыу мөмкинлеге бар. Беҙ ошондай берлектәге эш менән ҡыҙыҡһынабыҙ, – тип билдәләне республика Башлығы. – Элегерәк Италия бизнесы үҙенең продукцияһын Рәсәй биләмәһендә һата ине. Беҙ Рәсәйҙә итальяндар менән шундай уҡ продукция етештерергә тәҡдим итәбеҙ.

Санкциялар бер кемгә лә файҙа килтермәй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан етәксеһе. Мәҫәлән, Италия яғы, Рәсәй етәкселәре яуап санкцияһы ҡабул иткәс, яҡынса 4 миллиард евро күләмендә юғалтыу кисерҙе. Шуға күрә еңел булмаған иҡтисади шарттарҙа ла сит ил партнерҙары менән хеҙмәттәшлек итеү дауам итә.

Интервьюны тулыһынса республика Башлығының рәсми сайтында уҡырға мөмкин.