Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан ауыл юлдарын төҙөү өсөн федераль бюджеттан яҡынса 268 миллион һум аҡса аласаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан ауыл ерендә юлдар төҙөү һәм реконструкциялау өсөн федераль бюджеттан 267,6 миллион һум аҡса аласаҡ.

Дөйөм алғанда, Рәсәй Хөкүмәте ошо маҡсатҡа 6,8 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлде. Төбәктәр аҡсаны дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль селтәрҙәренән ауылдарҙағы мөһим объекттарға, шул иҫәптән ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү буйынса предприятиеларға илтеүсе юлдар төҙөүгә һәм ремонтлауға йүнәлтергә тейеш.

Финанслау 2013-2020 йылдарға ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймалы һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү дәүләт программаһы сиктәрендә башҡарыла.

Эксперттар иҫәпләүенсә, продукция етештереү һәм эшкәртеү объекттарына юлдар һалыу ауыл хужалығын үҫтереүгә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть