4 декабрь, Йәкшәмбе

29 апрель 2016 йыл, 16:19

Израилдә тәүге тапҡыр халыҡ-ара кимәлдә һабантуй ойошторола

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 6 майҙа Израилдә тәүге тапҡыр халыҡ-ара һабантуй ойошторола. Ришон-ле-Цион ҡалаһында үтәсәк асыҡ һауалағы байрамға 200-300 ҡунаҡтың килеүе көтөлә. Улар араһында Рәсәй йәһүдтәр конгресы президенты Юрий Каннер, Израилдәге Татар мәҙәни үҙәге рәйесе Закира Зарипова-Донстер, Кнессет депутаттары, дипломаттар, Израилдәге татар-башҡорт һәм Рәсәйҙәге милли-мәҙәни ойошмаларҙың вәкилдәре бар.

Һабантуй программаһында милли спорт ярыштары: тоҡ кейеп йүгереү, билбау көрәше, халыҡ музыкаһы концерты, һалма йәйеү буйынса оҫталыҡ дәресе, сувенирҙар таратыу һәм милли тәм-том менән һыйланыу ҡаралған. Ҡунаҡтарҙы Ырымбур, Екатеринбург, Мәскәү һәм Ҡазан ҡалаларынан килгән үҙешмәкәр артистар ҡаршы ала. Байрам «Туған тел» йыры аҫтында әйлән-бәйлән менән тамамланасаҡ.

«Израилдә Башҡортостанда тыуып үҫкән һәм төрлө сәбәптәр буйынса шунда күсенгән кешеләр йәшәй. Улар һәр халыҡтың байрамын ихлас ҡабул итә һәм шуның менән бергә үҙҙәренең милли мәҙәниәтен, традицияларын һаҡлап ҡалырға тырыша, — тип хәбәр итте сараны ойошторорға ярҙам итеүсе, «Рәсәй барыһы өсөн дә» («Рәсәй бөгөн» халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығы) порталының баш мөхәррире Радик Әмиров. — Рәсәй йәһүдтәр конгресы һәм Рәсәй Йәмәғәт палатаһы йәмәғәт дипломаты үҫеше һәм сит илдә йәшәүсе ҡан-ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙам итеү буйынса комиссия рәйесе Елена Сутормина һабантуй үткәреүҙе хупланы».

«Фейсбук» социаль селтәрендәге «Сит илдәрҙәге башҡорттар» төркөмө хәбәр итеүенсә, 21 майҙа һабантуй байрамын София (Болгария), 22 майҙа — Истанбул (Төркиә), 28 майҙа — Лос-Анджелес (Калифорния штаты, АҠШ), 28 майҙа — Вашингтон (АҠШ), 29 майҙа — Будапешт (Венгрия), 4 июндә — Рига (Латвия), 4 июндә — Прага (Чехия), 5 июндә — Женева (Швейцария), 18 июндә — Дрезден (Германия), 17 июлдә — Нью-Йорк (АҠШ) һәм Торонто (Канада) ҡабул итә.

темалар: һабантуйҙар