8 декабрь, Кесе йома

29 апрель 2016 йыл, 15:26

Тәүлек эсендә 1500 кеше яңы аҡсала Өфө һүрәтен төшөрөү тәҡдимен хупланы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Һуңғы тәүлектә «Change.org» сайтында 1500-ҙән ашыу кеше 2000 һумлыҡ аҡсала Өфөнөң иҫтәлекле урындарын төшөрөү тәҡдимен хупланы. Әлеге мәлгә бөтәһе 1850 кеше тауыш биргән, күбеһенсә Өфө, Ишембай, Сибай, Дүртөйлө, Мәләүез, Учалы, Нефтекама, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Әбйәлил, Баймаҡ, Шаран райондарынан. Бынан тыш, Силәбе, Екатеринбург, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ханты-Манси автономиялы округында йәшәүселәр ҙә ҡул ҡуйған.

Башҡортостандың баш ҡалаһы өсөн бында тауыш бирергә мөмкин.

Өфө ҡалаһы төшөрөлгән аҡса берәмегенең дизайнеры булып Красноярскиҙың «Агрессив дизайн студияһы» сығыш яһаны. Яңы аҡса өсөн дизайнерҙар зәңгәрһыу-йәшел төҫтө һайлаған. Купюраның алғы яғында — Салауат Юлаев һәйкәле һәм «Ләлә» мәсете, икенсе яғында Дуҫлыҡ монументы төшөрөлгән.  

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, «Change.org» сайтында Владивосток, Волгоград, Пермь, Ҡазан, Сахалин, Калуга, Севастополь, Новочеркасск, Кострома, Бөйөк Новгород, Якутск һәм башҡа ҡалаларҙың да һүрәтен төшөрөргә тәҡдим итәләр. Владивосток ҡалаһы беренсе урында килә. Уның өсөн 14 меңдән ашыу ҡултамға йыйылған.

Тиҙҙән федераль каналдарҙың береһендә яңы аҡсаларға һүрәт һайлау буйынса тауыш биреү башлана.