4 декабрь, Йәкшәмбе

29 апрель 2016 йыл, 14:45

Майҙа Башҡортостан халҡын дүрт көнлөк ял көтә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Май айында рәсәйҙәрҙе оҙайлы каникулдар көтә. Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1 май — Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 май — Еңеү көнө — ял көндәре.  

Ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында 2 ғинуарҙағы ял көнө 3 майға, 1 майҙағы (йәкшәмбе) ял көнө 2 майға (дүшәмбе) күсерелде.

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 30 апрель, 1, 2, 3 һәм 7, 8, 9 май ял көндәре булып тора. Йома 29 апрелдә һәм 6 майҙа эш сәғәттәре ҡыҫҡартылмай.  

Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, йыллыҡ төп һәм өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 1 һәм 9 майҙағы байрам көндәре уның иҫәбенә инмәй.