Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә 63 мең һуғыш ветеранына Рәсәй Президентының Еңеү көнө менән ҡотлауы тапшырыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостанда Еңеү көнө айҡанлы почтальондар 63 мең һуғыш ветеранына Рәсәй Президентының ҡотлауын тапшыра. Төбәктәргә ҡотлау хаттары барып еткән, тип хәбәр иттеләр Рәсәй почтаһының республика филиалында.

«Ҡотлауҙар 2-9 майҙа таратыласаҡ. Әгәр ветерандар күрһәтелгән адрес буйынса йәшәмәһә, почта Пенсия фонды менән берлектә мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн тикшерәсәк һәм ҡотлау хаты яңы адресҡа ебәреләсәк. Ветеран өйҙә юҡ икән, хат бер ай почта бүлексәһендә һаҡлана», — тип хәбәр иттеләр почта идаралығында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть