3 декабрь, Шәмбе

29 апрель 2016 йыл, 13:28

Екатеринбургта Көньяҡ Уралдың легендар тренеры Харис Йосоповҡа арналған китап донъя күрҙе

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Екатеринбургта Игорь Родиндың нәшриәтендә «Батырҙарҙы батыр тыуҙыра. Харис Йосопов һәм уның дәүере» исемле яңы китап донъя күрҙе. Китап легендар спортсы, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Уралдағы дзюдо мәктәбенә нигеҙ һалыусы, профессор Харис Йосоповҡа арналған.

Китапты танылған Силәбе журналисы, почетлы хеҙмәт ветераны Мөнирә Хәлимова яҙған. Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров хәбәр итеүенсә, ул Харис Йосопов менән яҡындан таныш булған. Китапты яҙыу өсөн 10 йылдан ашыу ваҡыт киткән. Архив мәғлүмәттәрен йыйыу ентекле эш талап иткән. Йыйынтыҡ Харис Йосоповтың шәхси архивындағы фотоһүрәттәр менән байытылған. Китап башҡорт, рус, инглиз телдәрендә баҫылған. Дөйөм тиражы — 1000 дана.

«Китапты яҙып бөткәс, үҙәк урамға сығып, кешеләрҙән Силәбенең билдәле спортсыларын беләләрме-юҡмы икәнлеген һорарға булдым. Егерме кешенең туғыҙы Йосопов фамилияһын атаны», — тип һөйләне китаптың авторы Мөнирә Хәлимова.

Консультанттар булып профессор, педагогия фәндәре докторы, Урал дәүләт физик культура университетының көрәш теорияһы һәм методикаһы кафедраһы мөдире Александр Еганов һәм Силәбе өлкәһенең дзюдо буйынса дәүләт тренеры Александр Миллер сығыш яһаны.

Харис Йосопов — күренекле Урал көрәш мәктәбенә нигеҙ һалыусы, дзюдо буйынса етенсе һәм каратэ буйынса бишенсе данға эйә, профессор, Почет һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры. Ул Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған. Күп йыллыҡ эшмәкәрлеге осоронда Олимпия уйындары призерҙарын, ике донъя, 14 Европа чемпионын һәм халыҡ-ара класлы спорт мастерҙарын, 250-нән ашыу спорт мастерын тәрбиәләгән.

темалар: китап сығарыу