9 декабрь, Йома

29 апрель 2016 йыл, 12:42

Республикала табиптар сысҡан биҙгәге менән зарарланыу хәүефе хаҡында иҫкәртә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы халыҡты бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән зарарланыу хәүефе тураһында иҫкәртә. Уны башлыса йорт һәм ҡыр сысҡандары тарата.

Зарарланғандан алып сирҙең тәүге билдәләре күренгәнгә тиклем ике-өс, һирәк осраҡта ғына ете аҙна ваҡыт үтә. Ауырыу ҡапыл башлана: тән температураһы 39-40 градусҡа тиклем күтәрелә, ҡалтырата, баш һәм мускулдар, бил, эс ауырта. Ҡайһы берҙә танауҙан ҡан ағыуы ихтимал. Бөйөр эшмәкәрлеге боҙола. Сирҙең тәүге билдәләрен асыҡлау менән дауалау учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ауырыу постель режимына һәм даими медицина күҙәтеүенә мохтаж.

Бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәкте иҫкәртеү өсөн белгестәр даими рәүештә санитар-техник саралар үткәрергә кәңәш итә. Яҙ һәм көҙ айҙарында баҡсасылар кимереүселәрҙе юҡ итергә тейеш.

Табиптар дөйөм һәм шәхси гигиена ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә саҡыра. Яҙ көнө баҡса йорттарында йәшәй башларҙан алда һауыт-һабаны, иҙәнде 3 процентлы хлорамин ҡушып йыуырға кәрәк. Эш эшләгәндә битлек һәм бирсәткә кейеү мөһим. Йомшаҡ инвентарҙы, түшәк кәрәк-яраҡтарын елләтеү һәм ҡояшта киптереү зарур. Ҡулдарҙы йышыраҡ  йыуырға һәм кимереүселәрҙе бирсәткәһеҙ тотмаҫҡа кәрәк.

Ошо ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән зарарланыу хәүефе янамай.