11 декабрь, Йәкшәмбе

29 апрель 2016 йыл, 11:45

Башҡортостанда яҙғы сәсеү ете процентҡа тамамланған – республика Ауыл хужалығы министрлығы

фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда 147 мең гектар майҙанда, йәғни планлаштырылған майҙандарҙың ете процентында яҙғы сәсеү үткәрелгән.

106 мең гектар майҙанда — яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, дүрт мең гектарҙа — шәкәр сөгөлдөрө, 25 мең гектарҙа көнбағыш сәселгән. Миәкә һәм Мәләүез райондарында майҙандарҙың биштән бер өлөшөндә яҙғы сәсеү тамамланған, тип билдәләнеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Башҡортостан аграрийҙарына 3,160 миллион гектар ерҙә яҙғы сәсеү эштәрен башҡарыу бурысы тора. Шуларҙың 1,317 миллион гектарын иген культуралары тәшкил итәсәк. Техник культуралар 288 мең гектар майҙанды биләйәсәк. Шул иҫәптән, шәкәр сөгөлдөрө өсөн яҡынса 50 мең, көнбағышҡа 200 мең гектарҙан ашыу ер бүленәсәк.