4 декабрь, Йәкшәмбе

29 апрель 2016 йыл, 11:26

Төбәктә май байрамдарында пенсия түләү 3 майҙа башлана

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Май байрамдарында пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр 3 майҙа таратыла башлаясаҡ һәм ваҡытынан алда — 7 һәм 9 майҙа тамамланасаҡ, тип хәбәр иттеләр Пенсия фонды Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.  

10 майҙан пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр ғәҙәти графикка ярашлы таратыла. Пенсия һәм башҡа түләүҙәрҙе почта бүлексәләрендә алған пенсионерҙарға пенсия таратыуҙың аныҡ датаһы апрель айы квитанцияларында күрһәтелгәйне. Кредит ойошмаларына аҡса килешеүҙә билдәләнгән ваҡытта күсерелә.

Бөгөн Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе 1 миллион 148 мең пенсионерға пенсия түләй. Уларҙың 45 проценттан ашыуы — почта, 54 проценттан күберәге банк бүлексәләрендә хеҙмәтләндерелә.