9 декабрь, Йома

29 апрель 2016 йыл, 10:41

Михаил Бабич һәм Рөстәм Хәмитов Октябрьский ҡалаһында булды

фото: Олег Яровиков, Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 28 апрелдә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Октябрьский ҡалаһында булды. Бында төбәктәге муниципаль берәмектәрҙең социаль-иҡтисади үҫешенә арналған кәңәшмә уҙҙы, унда муниципалитет етәкселәре ҡатнашты.

Кәңәшмәлә байтаҡ мәсьәләләр тикшерелде. Атап әйткәндә, һүҙ торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре, юлдар, торлаҡ һәм социаль инфраструктура объекттарын төҙөү, агросәнәғәт комплексын үҫтереү, Рәсәй Президентының «май» указдарын үтәү хаҡында барҙы. Тикшереүҙең күп өлөшөн халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе мәсьәләләре тәшкил итте. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле билдәләүенсә, әлеге тема мөһим проблемаларҙың береһе булып тора һәм халыҡ быға ҙур ризаһыҙлыҡ белдерә.

Кәңәшмә башланыр алдынан Михаил Бабич һәм Рөстәм Хәмитов Октябрьскийҙың 1-се ҡала дауаханаһын ҡараны. 2015 йылда бында 80 койка-урынға иҫәпләнгән заманса район-ара перинаталь үҙәк асылды. Ул инфекциялы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бала табыу залдары, яңы тыуған сабыйҙар реанимацияһы, интенсив терапия палаталары менән йыһазландырылған. Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле һәм төбәк Башлығы тиҙ медицина ярҙамы бригадаһының эше менән дә танышты.

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселеге менән аралашыу ваҡытында кадрҙар тәьминәте һәм матди-техник йыһазландырыу мәсьәләләре тикшерелде.

Был көндә Михаил Бабич һәм Рөстәм Хәмитов ҡаланың ҙур предприятиеларының береһе – «Альтернатива» пластмасса изделиелар заводында булды. Завод илдә пластмасса тауарҙар етештереү буйынса ҙур предприятие һанала. Улар етештереү процесы менән танышты һәм предприятие етәкселәре менән импортты алмаштырыу, әҙер продукцияны экспортлау мәсьәләләрен тикшерҙе.

Октябрьскийҙа үткән саралар йомғаҡтары буйынса биләмәләрҙең социаль-иҡтисади үҫешенең мөһим проблемалары асыҡланды, яҡын арала улар дәүләт власының федераль һәм төбәк органдары менән берлектә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты тарафынан эшкәртеләсәк.