10 декабрь, Шәмбе

27 апрель 2016 йыл, 17:40

Республиканың рәсми делегацияһы Италия-Рәсәй төбәк-ара форумында B2B форматында аралашасаҡ

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Италия-Рәсәй төбәк-ара форумын асыуҙа сығыш яһай. Абруйлы иҡтисади форумда Башҡортостандың рәсми делегацияһын республика Башлығы етәкләне. Был — Рөстәм Хәмитовтың Италияға өсөнсө рәсми сәфәре. Кисә республика етәкселегенең Италия компаниялары вәкилдәре менән осрашыуы уҙҙы. Шулай уҡ B2B-осрашыуҙар планлаштырылған.

Төбәктең эшҡыуарлыҡ делегацияһы вәкилдәре машина эшләү һәм нефть химияһы, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау, туризм һәм спорт өлкәләрендә ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерә. Форумда республика мәнфәғәттәрен «Селена» урман сәнәғәте компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Владимир Канибер, «Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альбина Килдеғолова, «Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Артем Кирәев, «Алексеевка совхозы» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы директоры Рәмзил Низаметдинов, «Премиум Групп» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Шульга яҡлай.

Төп программа сиктәрендә махсуслаштырылған секциялар, Ломбардия төбәге предприятиеларына барыу ҡаралған. Форум Миланда Рәсәйҙең Генераль консуллығында рәсми ҡабул итеү менән тамамлана.

Белешмә. Италия Башҡортостандың тышҡы сауҙа партнерҙары булған тәүге биш ил иҫәбенә инә. Һуңғы йылдарҙа үҙ-ара тауар әйләнеше артҡан. 1998-2014 йылдарҙа ул 84 тапҡырға үҫкән. Башҡортостанда Италия капиталы ҡатнашлығында ойошторолған 13 берлектәге предприятие эшләй.