Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә Башҡорт милли кейеме көнө уҙа

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

28 майҙа «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә Өфөлә Башҡорт милли кейеме көнө уҙа. Байрам программаһында тамашасылар менән «Башҡортса кейен» флешмобын, башҡорт кейемен белеүгә уйын-викторина, «Мин башҡорт кейемендә!» билдәһе менән селфи-шоу ойоштороу ҡаралған.

«Башҡорт кейемендәге ҡурсаҡ», этнография һәм сәхнә костюмы, башҡорт халҡының ҡулланма-биҙәү сәнғәте күргәҙмәләре эшләйәсәк һәм милли аш-һыуҙы тәмләп ҡарарға мөмкин буласаҡ. Оҫталар һәм коллективтар күргәҙмә-йәрминкәлә байрам ҡунаҡтары өсөн үҙҙәренең әйберҙәрен тәҡдим итәсәк. Өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын милли костюмдарҙа йөрөш, «Елән, кәзәкей...» тип аталған инсталляция, «Йәйләү» тарихи реконструцияһы көтә.

Республика байрамы «Традицион башҡорт кейеме», «Башҡорт сәхнә костюмы», «Заманса кейемдә башҡорт элементтары», «Ике нөктә» балалар кейеме, «Пар күгәрсен» башҡорт кейемендәге иң матур пар номинациялары буйынса дефиле менән тамамлана.  

Сараның ойоштороусылары булып Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Өфө хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы сығыш яһаны. Биш фестиваль көнөндә Өфө амфитеатры майҙанында «Симфония төнө», «Кино төнө», «Ufa-Kuraifest», «Этнотөн», «Донъя халыҡтары мираҫы» исемле халыҡ-ара конференция, «Урал моңо» төрки йәштәренең халыҡ-ара фестивале уҙғарыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть