4 декабрь, Йәкшәмбе

27 апрель 2016 йыл, 15:55

Кремлдә Башҡортостандан килтерелгән ҡаҙылыҡ һәм ҡаҡланған ҡаҙ һата башланылар

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Рәсәй Президенты Хакимиәтенең «Кремль» туҡланыу комбинатында Башҡортостандан килтерелгән аҙыҡ-түлек кәштәһе барлыҡҡа килде. Федераль власть органдары хеҙмәткәрҙәре ҡаҡланған ҡаҙ, ҡаҙылыҡ, бал һәм «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» билдәһе ҡуйылған башҡа изделиелар һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Шулай итеп, республика проекты ил кимәлендә танылды, тип билдәләнеләр Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетында. «Кремль» комбинаты Башҡортостандан ете тәьминәтсене конкурс нигеҙендә һайлап алды, ошо көндәрҙә продукцияның икенсе партияһы Мәскәүгә юлланды, тип һөйләне «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проекты етәксеһе Александр Ковтуненко.

темалар: сауҙа