6 декабрь, Шишәмбе

27 апрель 2016 йыл, 15:14

Төбәктә сәсеү эштәренең темпы һиҙелерлек артты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Һауа шарттарының яҡшы тороуы арҡаһында республикала сәсеү эштәренең темпы һиҙелерлек артты. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә 63 мең гектар һөрөнтө ерҙә сәсеү эштәре башҡарылған, йәғни билдәләнгәндең өс проценты.

46 мең гектар майҙанда (өс процент) — яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, 1,4 мең гектарҙа (өс процент) — шәкәр сөгөлдөрө, 10,5 мең гектарҙа (биш процент) көнбағыш сәселгән.

Миәкә, Мәләүез, Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы һәм Стәрлебаш райондарында сәсеү кампанияһы юғары темпта бара.

Башҡортостан аграрийҙарына 3,160 миллион гектар ерҙә яҙғы сәсеү эштәрен башҡарыу бурысы тора. Шуларҙың 1,317 миллион гектарын иген культуралары тәшкил итәсәк. Техник культуралар 288 мең гектар майҙанды биләйәсәк. Шул иҫәптән, шәкәр сөгөлдөрө өсөн яҡынса 50 мең, көнбағышҡа 200 мең гектарҙан ашыу ер бүленәсәк.