Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда өс балаға «Ҡайнар йөрәк» билдәһе тапшырылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Башҡортостанда өлкәндәргә хас ҡаһарманлыҡ ҡылған өс бала федераль наградаларға лайыҡ булды. «Ҡайнар йөрәк» билдәләрен республика буйынса Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов тапшырҙы.

Туғыҙ йәшлек Айгөл Шәфиева үҙенең ғаиләһен генә түгел, Благовар районы Таллыкүл ауылын да ҡот осҡос фажиғәнән ҡотҡарған. Мәктәп уҡыусыһы ҡустыһы менән һеңлеһен янған йорттан алып сыға, һуңынан уларҙы өләсәһе менән ҡалдырып, башҡаларға бәлә хаҡында хәбәр итергә йүгерә. Бөгөн Шәфиевтар ғаиләһе ауылдаштары ҡарамағында йәшәй, урындағы хакимиәт тә ярҙам күрһәтә.

Тағы ике үҫмер — Белорет районынан 12 йәшлек Арсен Нәжметдинов һәм Стәрлетамаҡтан 16 йәшлек Михаил Алексеев һыуға батып барыусыларҙы ҡотҡарған өсөн награда алды. Андрей Чечеватов ҡыйыу балалар тәрбиәләгән өсөн ата-әсәләргә рәхмәт белдерҙе.

«Ошондай һоҡланғыс балаларҙы күргән саҡта изгелеккә ышанаһың. Мин тәү сиратта уларҙың ата-әсәләренә, туғандарына һәм яҡындарына рәхмәт әйтәм. Әлбиттә, балаларға ҙур рәхмәт! Бөгөн илебеҙҙә геройҙарҙың күбәйеүенә ышанаһы килә», — тине Баш федераль инспектор.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть