Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Май байрамдарында почта бүлексәләре айырым график буйынса эшләй

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Май байрамдарында республиканың почта бүлексәләре айырым график буйынса эшләй.

30 апрелдә һәм 8 майҙа почта элемтәһе бүлексәләре ғәҙәти график буйынса эшләй, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Дүшәмбе, 2 майҙа, почта бүлексәләре йәкшәмбе режимы буйынса хеҙмәтләндерә. Шишәмбе, 3 майҙа, 1-3 класлы почта элемтәһе бүлексәләре шәмбе режимы буйынса эшләй. 4 һәм 5 класлы почта бүлексәләрендә — ял көнө.

4, 5, 6 һәм 7 майҙа бөтә бүлексәләр ҙә ғәҙәти график буйынса хеҙмәтләндерә.

1, 3, 9 һәм 10 май — ял көндәре.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть