8 декабрь, Кесе йома

27 апрель 2016 йыл, 11:35

Баш ҡала янында йылғаларҙың кимәле кәмей башланы – Башгидромет

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда Өфө янында йылғаларҙың кимәле кәмей башланы. Иртәнге сәғәт 8-гә Ағиҙелдең кимәле 752 сантиметр тәшкил иткән. Һуңғы тәүлектә йылғала һыу 4 сантиметрға кәмене. Әле Шакша биҫтәһендә Ҡариҙелдең кимәле — 849 сантиметр.

Бочкарёв ауылы эргәһендә Дим йылғаһы ғына ташыуын дауам итә. Уның кимәле — 355 сантиметр.

Ташҡын кәмеүгә бара. Был хаҡта шишәмбе, 26 апрелдә, «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында баш ҡала хакимиәтенең Граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе Рәсим Абдуллин хәбәр итте.

«Өфө биләмәһендә әле 50 йорт — һыу аҫтында. Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим йылғалары ташыуҙан туҡтаны тиерлек. Бөгөндән һыу кире ҡайта башлаясаҡ, тип ышанайыҡ», — тине Рәсим Абдуллин.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һүҙҙәренсә, хәҙер ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү ташҡынға ҡаршы сараларҙың төп фазаһы буласаҡ.

темалар: ташҡын