6 декабрь, Шишәмбе

27 апрель 2016 йыл, 11:06

Республика халҡын Өфө амфитеатрына «UFA – Kuraifest» исемле проектҡа саҡыралар

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан халҡын Өфө амфитеатрына «UFA – Kuraifest» исемле яңы проектҡа саҡыралар. Сара 27 майҙа «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә уҙа.

Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, киске сәғәт 7-нән төнгө 11-гә тиклем амфитеатр ҙур фестиваль майҙансығына әүереләсәк. Музыкаль форум бай мәҙәни программа менән тамашасыларҙы таң ҡалдырырға йыйына. Фестиваль программаһының төп геройы – ҡурай. Этно-рок төркөмдәр, джаз музыканттары, төбәктәге танылған коллективтар сығыш яһай.

Сара ди-джей Булат Сарбаевтың, ҡурайсыларҙың һәм «Далан» төркөмөнөң сығышы менән тамамлана.

Байрам һәм «Евразия йөрәге» сәнғәт фестивале тураһында тулыраҡ мәғлүмәт сараның рәсми сайтында баҫыласаҡ.