5 декабрь, Дүшәмбе

27 апрель 2016 йыл, 10:24

Өфө-Аэропорт автомобиль юлында гарантия буйынса юл япмаһын ремонтлау эштәре алып барыла

фото: Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 26 апрелдә Санкт-Петербургтан килгән подрядсы Өфө-Аэропорт автомобиль юлында юл япмаһын ремонтлай башланы. Атап әйткәндә, юлдың асфальтты механик зыян күреүҙән һаҡлаусы һәм дымға юл япмаһының тәрән ҡатламына үтеп инергә мөмкинлек бирмәгән һаҡлағыс ҡатламы яңыртыла.

Технология буйынса тәүҙә ремонтланасаҡ участкаға грунт, һуңынан һаҡлағыс ҡатлам түшәлә. Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, һауа торошо эштәрҙе башҡарыу өсөн уңайлы.

Яҡын көндәрҙә Зәки Вәлиди урамында шундай уҡ эштәр үткәреләсәк.

Алдан хәбәр ителгәнсә, Киров (Ветошников урамынан алып Ғөбәйҙуллин урамына тиклемге участкала), Амур, Чапаев һәм Крәҫтиән урамдарында эшселәр йөрөй торған юлды, йәйәүлеләр зонаһын төҙөкләндерә, бордюр таштарын һала. Шунда уҡ тышҡы яҡтыртыу системаһы яңыртыла.